Quantcast
Channel: Аҡһаҡал һүҙе - «Остаз»
Viewing all articles
Browse latest Browse all 5

Рәхмәтуллина Г.Р. Сифатлы белем - заман талабы

$
0
0
Рәхмәтуллина Г.Р. Сифатлы белем - заман талабы


Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы, Мәләүез ҡалаһының 8-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә күп үҙгәрештәр бара. Рәсәйҙәге уҡыу-уҡытыу системаһында яңы федераль дәүләт стандарттары үҙ көсөнә инде. Һәр бер яңы башланғыстың ыңғай һәм кире яҡтары була. Әммә мин мәғариф өлкәһендәге был үҙгәрештәргә ыңғай ҡараштамын. Сөнки был - заман талабы. Бөгөнгө көндә йәмғиәтебеҙ алдында торған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә алған, заманса фекерләүсе, фән, техника һәм иҡтисад өлкәһендәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барған, рухи донъяһы бай, инициативалы шәхестәр кәрәк. Илебеҙҙе сәйәсмәндәр, зыялылар, милли кадрҙар менән тәьмин итеү, милли рух, тоғролоҡ, дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләү – былар бөтәһе лә уҡытыусы иңенә төшә.
Рәсәй Федерацияһы мәғарифы милли доктринаһында һәм мәғарифты үҙгәртеп ҡороу концепцияһында әйтелгәнсә, заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең төп бурысы. Белемдең сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтияждарына тура килеүе ул. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, ә бәлки шәхес үҫешенә, уның танып белеү эшмәкәрлегенә, һәләтле үҫешенә ҡайтып ҡала. Яңы стандарттың төп принцибы – белем алырға өйрәт, йәғни алған белемде практикала ҡулланырға өйрәт. “Ни өсөн уҡытырға”тигән һорау белем биреүҙең маҡсатын; “нимәгә өйрәтергә”- йөкмәткеһен; “нисек уҡытырға” - белем биреү технологияһын билдәләй.
Йәмғиәтебеҙҙә, Рәсәй мәғариф системаһында башланған ошо бөтә үҙгәрештәрҙең уңышын туранан-тура уҡытыусының күпмегә үҙгәреүендә күрәм. Ул яңы шарттарҙы ҡабул итерме, уҡыусыларын үҙенең артынан эйәртә алырмы, уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеген дөрөҫ ойоштороп, уҡыусыны ғүмере буйына етерлек белем менән ҡоралландыра алырмы?

Viewing all articles
Browse latest Browse all 5